settings icon
share icon
Һорау

Нимә ул ҡотолоу юлы?

Яуап


Һеҙ аслыҡ тояһығыҙмы? Физик аслыҡ түгел, ә был тормошта күпкә ҙурыраҡ даими эске теләк. Әгәр шулай икән, ул саҡта һеҙ Ғайсаға мохтажлыҡ кисерәһегеҙ! Ғайса әйтә: «Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ» (Яхъя 6:35).

Һеҙ аптыраштамы? Әйтерһең дә, һеҙ бер ҡасан да юл, йәки тормошта маҡсат таба алмаҫһығыҙ шикеллеме? Шундай тойғо, кемдер утты һүндергән, һәм һеҙ ут ҡабыҙғыс таба алмайһығыҙмы? Әгәр шулай икән, ул саҡта һеҙ Ғайсаға мохтажһығыҙ! Ғайса әйтте: «Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ» (Яхъя 8:12).

Һеҙ үҙегеҙҙе, тормошта юғалып ҡалдығыҙ тип, һиҙәһегеҙме? Күпме төрлө ишектәр ҡаранығыҙ, әммә улар артында бушлыҡ һәм ығы-зығымы?

Һеҙ был тормоштоң мәғәнәһен эҙләйһегеҙме? Әгәр шулай икән, ул саҡта сығыу юлы Ғайсала! Ул әйткән: «Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ» (Яхъя 10:9).

Һеҙҙе башҡа кешеләр ҡыйын хәлгә ҡалдырамы? Тирәләге кешеләр менән һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙ һай һәм бушмы? Шундай тойғо, һеҙҙе үҙ файҙаһына файҙаланырға тырышалармы? Әгәр шулай икән, ул саҡта Ғайсаға мөрәжәғәт итегеҙ! Ғайса әйтә: «Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла... Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный» (Яхъя 10:11,14).

Һеҙҙе, үлемдән һуң һеҙҙең менән нимә булыры ҡайғыртамы? Һеҙ даими булмаған әйберҙәр өсөн йәшәп арынығыҙмы? Һеҙ бөгөнгө тормоштоң маҡсатҡа ярашлығына шикләнәһегеҙме? Һеҙҙең, үлгәндән һуң, йәшәргә теләгегеҙ бармы? Әгәр шулай икән, ул саҡта яуап Ғайсала! Ул әйтә: «Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк» (Яхъя 11:25-26).

Юл бармы? Хәҡиҡәт бармы? Тормош бармы? Ғайса әйтә: «Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була» (Яхъя 14:6).

Һеҙ тойған аслыҡ, был рухи аслыҡ, уны Ғайса аша ғына ҡәнәғәтләндерергә мөмкин. Ғайса – ҡараңғылыҡты яҡтырта алырлыҡ берҙән – бер Зат. Ғайса – ул тулы тормошҡа юл. Ғайса – ул һеҙ эҙләгән дуҫығыҙ һәм көтөүсегеҙ. Ғайса – был донъяла һәм мәңгелектә, һеҙҙең тормош. Ғайса – ҡотолоуға юл!

Һеҙҙең рухи аслыҡ кисереүегеҙ, юғалып ҡалыусанлыҡ тойғоһо, ә шулай уҡ тормошта маҡсатҡа ирешергә тырышыуығыҙҙың сәбәбе, Алланан айырылыуығыҙ. Изге Яҙмала яҙылғанса, беҙ барыбыҙ ҙа ҡылған гонаһтарыбыҙ арҡаһында Алланан бүленгәнбеҙ (Вәғәзсе 7:20; Римдарға 3:23). Беҙҙең тормошта Алла юҡ икән, унда бушлыҡ хисе барлыҡҡа килә, сөнки беҙ бит Алла менән аралашыу өсөн яратылған инек. Ләкин гонаһыбыз сәбәпле беҙ был элемтәне юғалттыҡ. Ә бынан да насарырағы, гонаһыбыҙ сәбәпле беҙ Аллаға булған яҡын ҡәрҙәшлегебеҙҙе, был фани тормошта ғына түгел, унан һуң да юғалттыҡ (Римдарға 6:23; Яхъя 3:36).

Нисек был мәсьәләне хәл итергә? Яуабы Ғайсала! Ғайса үҙ өҫтөнә беҙҙең гонаһтарҙы алды (2 Коринфтарға 5:21).

Ул беҙгә тәғәйенләнгән язаны Үҙенә алды һәм беҙҙең урынға үлде (Римдарға 5:8). Гонаһ менән үлемде еңеп, Ул өсөнсө көнгә үленән терелде (Римдарға 6:4-5). Ни өсөн Ул быны эшләне? Мәсих был һорауға үҙе яуап бирҙе: «Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ» (Яхъя 15:13). Беҙ йәшәһен өсөн Ул үлде. Әгәр беҙ, Уның үлемен үҙебеҙҙең гонаһтар өсөн түләү тип ҡабул итеп Ғайсаға инанһаҡ, кисереләсәкбеҙ һәм гонаһтарҙан йыуыласаҡбыҙ. Шул саҡта беҙҙең рухи аслыҡ ҡәнәғәтләндереләсәк. Ут балҡыясаҡ һәм беҙҙең тормош мәғәнәгә туласаҡ. Беҙ Унда иң яҡшы дуҫты һәм изге көтөүсене табасаҡбыҙ. Без шулай ук, үлгәндән һуң да тормош бар тигән ышаныс аласаҡбыҙ – Уның менән күктәрҙә яңыртылған мәңгелек тормош.

«Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16).

Бында уҡып ишеткәнегеҙ ярҙамында, Ғайсаны ҡабул итергә ҡарар ҡабул иттегеҙме? Әгәр эйе икән, зинһар, түбәндә "Мин бөгөн Мәсихте ҡабул иттем" тигән төймәгә баҫығыҙ.

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Нимә ул ҡотолоу юлы?
© Copyright Got Questions Ministries